Туй йолалары үҙ эсенә күп төрлө йөкмәткеле ваҡиғаларҙы алған. Һәр ҡайһыһы айырым халыҡ театры, халыҡ драмаһы кеүек. Был күренештәрҙә халыҡтың донъяға ҡарашы, ауыҙ-тел ижады, тормош көнкүреше һәм социаль кимәле сағыла -тип яҙған фольклорсы ғалим Кирәй Мәргән. Ҡаланың социаль - психологик ярҙам үҙәгендә эшләп килгән "Берҙәм ғаилә" тип аталған йәш ғаиләләр клубы район ағинәйҙәре менән берлектә туй йолалары конкурсы ойошторған ине. Ошо көндәрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһалды, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
5:34