#башҡорттелекөнө2021марафон14 декабрь – Башҡорт теле көнө.
14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы "Ете аҙым" тип аталған аҙналыҡ флешмоб иғлан ителде. Марафонға старт 7 декабрҙә бирелә. Ете көн буйы ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыласаҡ һәм 14 декабргә - Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итә. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышланасаҡ: 7 декабрҙә –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел». Учалы ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбендә был көндәргә арналған матур саралар үтәсәк. Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, мәктәпкәсә йәштәге төркөм коллективын, ата-әсәләрҙе был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Туған телебеҙҙе яратайыҡ, һаҡлайыҡ, үҫтерәйек!
(башҡорт теле уҡытыусыһы: Хажина Ю.Р.)