Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

#Урал#батыр#башҡорт#халҡы#эпос

#Урал#батыр#башҡорт#халҡы#эпос
Башҡорт халҡының аҫыл ҡомартҡыһы ,,Урал батыр,,эпосы идеяларын йәш быуынға еткереү маҡсатында Учалы районы башҡорт теле уҡытыусылары быйылғы уҡыу йылында "Урал батыр эҙҙәре буйлап. Ете аҙым" исемле проектты тормошҡа ашыра башланы. Проект барышындағы эштәрҙең һәр бер аҙымы Урал батыр васыяттарына тоғролоҡ һаҡлау һәм эпостың йөкмәткеһенә нигеҙләнгән аныҡ девиз аҫтында башҡарыла. Бөгөн Учалы ауылы башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә "Урал батыр "эпосын өйрәнеү алымдарын, уҡыусыларҙа эпосты тәрән өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү,тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмә ултырышы үтте. Оло тәжрибә туплаған, үҙ эшененең оҫтаһы булып районда ғына түгел республикала танылыу яулаған башҡорт теле уҡытыусылары Г.А. Хәкимованың . эпосты өйрәнеүҙәге технологик алымдары һәм Р.У. Ғәниеваның абруйлы ил инәһе М,Бураҡаева хеҙмәттәре нигеҙендәге оҫталыҡ дәрестәре, З.Р. Фазылованың, М,Д.Мөрсәлимовның , Р.Р. Шәймәрҙәнованың асыҡ дәрестәре эпостың йәш быуынды тәрбиәләүҙәге сикһеҙ мөмкинлектәрен, заман өсөн айырыуса мөһимлеген тағы бер иҫбатланы.
"Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсы еңеүселәре, өлгөлө"Бөҙрәкәй" балалар театры уҡыусыларының эпостан өҙөктө сәхнәләштереп сығыш яһауҙары хайран ҡалдырҙы.Бөгөнгө сарала халыҡ ижадының йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙең иң төп һәм бай сығанағы икәнен һәм был байлыҡты дөрөҫ ҡулланыу һәр уҡытыусының изге бурысы булыуы билдәләнде.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа сентябрь айы ( беренсе аҙым) " Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын!” девизы аҫтында үтһә, октябрь айында (икенсе аҙым) башҡорт теле һәм әҙәбиәте декадаһы сиктәрендә һәм Урал батыр васыяттарынан “Олоно оло тиегеҙ, кәңәш алып йөрөгөҙ,
кесене кесе тиегеҙ, кәңәш биреп йөрөгөҙ," ораны аҫтында барасаҡ.
2
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы