Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

Иңдәреңдә – ил хәстәре!

Иңдәреңдә – ил хәстәре!
Эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, йәш быуындың рухлы булып үҫеүенә күп көс һалған шәхес,Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе
Ҡадиров Мозафар Харис улына 60 йәш.

Ер үҫтергән, ер күтәргән һине!
Һин - ереңә тоғро уҙаман!
Даланлыһың, йәшәгәнгә күрә
Айырылмай тыуған тупраҡтан!

Ерҙә үтә ҡайнар хеҙмәт көнөң!
Ер һулышын тоя йөрәгең!
Тотонаһың эшкә, яҡшы белеп
Ер ҡәҙерен һәм ер ҡөҙрәтен!

Ырыуыңдың аҫыл вариҫы һин!
Төйәгеңдең ҡото-ырыҫы!
Һин ереңдән ҡеүәт алғанһың да
Йөкмәгәнһең оло бурысты!

Иңдәреңдә һинең - ил хәстәре!
Һабандарға нисек төшәһең,
Милләтеңдең күңеленә шулай
Рух орлоғо бөгөн сәсәһең!

Изге ғәмәлдәрең уң булһындар,
Мәңгелеккә иҫтә ҡалырлыҡ! -
Баҫыуҙарың башаҡланған төҫлө,
Башҡорт халҡың сәскә атырлыҡ!

Мөнир ИҠСАНОВ,шағир,
Учалы районы 7- се һанлы Миндәк урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы
#ВАРМСУ #марафонСлужение
1
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы