Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

Ҡаланың 18-се балалар баҡсаһында башҡорт телен алып барыусы тәрбиәселәрҙең методик берекмәһе үтте.

Ҡаланың 18-се балалар баҡсаһында башҡорт телен алып барыусы тәрбиәселәрҙең методик берекмәһе үтте. Сарала яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнде, эш йүнәлештәре һәм пландар ҡоролдо.

Тәрбиәселәр балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең әһәмиәте, уйын аша телде үҙләштереү ысулдары тураһында фекер алышты. Яңы уҡыу йылында изге уйындарға, башҡорт уйынсыҡтарына һәм уйындарына айырым иғтибар бирергә кәрәклеге билдәләнде. Балаларҙың телде уйын ваҡытында еңел үҙләштереүе, халыҡ традицияларын тойомлауы мөһим.

Методик берекмә етәксеһе «Башҡорт уйындары» темаһына һорау-яуап үткәрҙе. Ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, тәжрибә уртаҡлашты.

Сара аҙағында тәрбиәселәр яңы уҡыу йылына бурыстар ҡуйып, пландар ҡороп таралышты. Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре башҡорт телендә аралашыуҙы дауам итергә, милли уйындарҙы киң ҡулланырға ҡарар итте.
2
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы