Рекламный баннер 990x90px header-top
84.2
96.67
Рекламный баннер 728x90px center-top

Башҡорт халҡының иң күләмле һәм боронғо эпик әҫәре тураһында беләһегеҙме?

Башҡорт халҡының иң күләмле һәм боронғо эпик әҫәре тураһында беләһегеҙме?
Бөгөн беҙ айырым байрам булараҡ билдәләнеүсе бөйөк мираҫ тураһында һөйләйәсәкбеҙ!

2025 йылдан башлап, һәр йылдың Башҡортостан Республикаһында «Урал батыр» эпосы көнө байрам ителә. Байрам Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән булдырылды, маҡсаты – уникаль фольклор мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, милли үҙаңды нығытыу һәм башҡорт халҡының боронғо ауыҙ – тел ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Быуаттар буйы «Урал батыр» эпосы сәсәндәр (шиғри хикәйәселәр) тарафынан быуындан – быуынға тапшырылып килгән. 1910 йылда башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтша Буранғолов эпосты Баймаҡ районының Иҙрис һәм 2-се Этҡол ауылдарында ҡурайсы-сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтарҙан яҙып алған. Яҙма латиницала машинкала баҫылған күсермә рәүешендә һаҡланған һәм 4576 шиғри юлдан, 19 юл прозанан тора. Эпос беренсе тапҡыр башҡорт телендә 1968 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡты - тексты Баязит Бикбай һәм Әхнәф Харисов әҙерләне.

«Урал батыр» эпосы - геройҙың кешелектең бәхете өсөн аждаһалар һәм йыландар образдарында сағылған яуызлыҡ көстәре менән көрәше тураһындағы бөйөк тарих. Урал батыр һәм уның ағаһы Шүлгән образдары аша эпос яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тормош һәм үлемдең мәңгелек ҡиммәттәрен аса. Урал батыр «дөрөҫ юлдан» бара: уның өсөн яҡшылыҡ – ул тормошто һаҡлаған һәм үҫтергән нәмә, ә яуызлыҡ – уға хәүеф янаған нәмә. Шүлгән икенсе юлды һайлай, әхлаҡи нормаларҙы боҙа. Был ябай ғына әкиәт түгел, ә милли тәжрибә тупланған урын: эпоста ата-бабаларыбыҙҙың мифологик ҡараштары, белемдәре һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре сағыла.

«Урал батыр» эпосы Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булып тора һәм ТЮРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. Ул шулай уҡ ЮНЕСКО-ның «Кешелектең ауыҙ-телгә һәм матди булмаған мәҙәни мираҫының шедеврҙары» исемлегенә индереүгә дәғүә итә.
Әйткәндәй, Ураҙ лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосына арналған мөйөш булдырылды.Уҡыу йылы баршында был күргәҙмә яңы материалдар менән тулыландырыласаҡ.
13
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы