Бөгөн 18-се балалар баҡсаһы базаһында башҡорт телен алып барыусы тәрбиәселәрҙең методик берекмәһе уҙҙы. Сара түңәрәк өҫтәл форматында ойошторолдо, унда педагогтар үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаны һәм киләһе уҡыу йылына яңы бурыстарҙы тикшерҙе. Төп иғтибар балаларҙа кескәйҙән үҙ милләтенә, туған теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелде. Тәрбиәселәр был йүнәлештә төрлө ысулдар ҡулланыуҙың әһәмиәтен билдәләне: балаларҙың кейеменә иғтибар итеү, заманса башҡорт биҙәүестәрен файҙаланыу һ.б. Теоретик өлөштән һуң, әйтелгән фекерҙәрҙе раҫлау маҡсатында тәрбиәселәр өсөн мастер-класс үткәрелде. Улар заманса галстуктарҙы башҡорт орнаменттары менән биҙәне. Йыл әйләнәһенә метод берекмә эшендә әүҙем ҡатнашыусылар почет грамоталары менән бүләкләнде.
Оставить сообщение: