#Урал#батыр# конкурсы# Бөгөн Әбйәлил районының Асҡар ауылында халҡыбыҙҙың героик ,,Урал батыр,,эпосын яттан һөйләү оҫталығында, эпостан өҙөктәрҙе сәхнәләштереүҙә Төбәк -ара конкурстың зона этабында Урал аръяғы райондары йәш сәсәндәре көс һынашты. Ғалимә-фольклорсы Хөббөтдинова Нәркәс Әхмәт ҡыҙы етәкселегендә абруйлы жюри ағзалары конкурстың еңеуселәрен билдәләне. Мәртәбәле конкурстың ике турында ла ла 2-се урын яулаған Учалы ауылы башҡорт гимназияһының 5-се класс уҡыусыһы -Аҙнабаев Моратты, сәхнәләштереү турында ,,Иң оҫта ҡатын -ҡыҙ образы,,номинацияһы еңеүсеһе 8-се класс уҡыусыһы Таһирова Лилиәне, 7-се класс уҡыусылары Шакуров Илшатты,Халитов Илданды һәм тынғыһыҙ етәкселәре Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы Хәкимованы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Афариндар! Уңыштар юлдаш булһын!
Оставить сообщение: