Башҡорт теленән халыҡ - ара диктанты- 2026 17 апрель көнө Республикабыҙҙа "Башҡорт теленән халыҡ - ара диктанты - 2026 " уҙҙы. Был акцияла Ураҙ лицейы ла әүҙем ҡушылды. Илен, телен һөйөүсе уҡытыусылар, уҡыусылар башҡорт телендә башланғыс һәм иркен аралашыусылар кимәлендә диктантты яҙып, белемдәрен һынап ҡараны. Был сараға Ураҙ ауылы ағинәйҙәр фольклор төркөмө " Яйыҡ һылыуҙары" тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе. Ағинәйҙәр үҙҙәренең йырлы күстәнәстәре менән бүлеште. Әүҙем ағинәйҙәрҙе лицейыбыҙҙың директоры Ғәйфуллин Ильнур Ринат улы сертификаттар менән бүләкләне. #Ураҙ_лицейы #Башҡорт_теленән_халыҡ_ара_диктанты_2026 #башҡорттелендәдиктант #башдиктант #башдиктант2026 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам
Оставить сообщение: