Рекламный баннер 990x90px header-top
77.84
90.88
Рекламный баннер 728x90px center-top

Бөгөн, 9 апрелдә, 18-се балалар баҡсаһы нигеҙендә “Урал батыр” эпосынан өҙөк ятлау буйынса муниципаль конкурс үтте.

Бөгөн, 9 апрелдә, 18-се балалар баҡсаһы нигеҙендә “Урал батыр” эпосынан өҙөк ятлау буйынса муниципаль конкурс үтте. Сара башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһы булған эпосты пропагандалау, балаларҙа әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолдо.

Конкурста ҡаланың һәм райондың төрлө балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Бәйгеселәр “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләп, һүрәт төшөрөп, макеттар, уйындар эшләп жюри ағзалары һәм тамашасылар алдында үҙҙәренең оҫталыҡтарын, тасуири уҡыу һәләтен һәм сәхнә мәҙәниәтен күрһәтте.

Байрамса күтәренке кәйефтә үткән сарала балалар батырҙар тураһындағы риүәйәттәрҙе һөйләп, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ үрнәктәрен телгә алды. Эпостың тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур — ул быуындар бәйләнешен нығытыуға, йәш быуында Ватанға һөйөү, батырлыҡ һәм намыҫлылыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләүгә ярҙам итә.

Баһалама ағзалары бәйгеселәрҙең әҙерлеген юғары баһаланы. Һәр сығыш балаларҙың оло күңел йылылығы менән әҙерләнгәнен, тәрбиәселәрҙең был эшкә яуаплы ҡарағанын күрһәтте.

Бәйге еңеүселәре һәм ҡатнашыусылары маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Конкурс башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм балалар араһында туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән сараларҙың мөһим сағы булды.
0

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы