Рекламный баннер 990x90px header-top
76.09
88.7
Рекламный баннер 728x90px center-top

Бөгөн Учалы ҡалаһының 9-сы полилингваль мәктәбендә Учалы районы башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе ултырышы үтте

Бөгөн Учалы ҡалаһының 9-сы полилингваль мәктәбендә Учалы районы башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе ултырышы үтте. Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереүҙә яңы технологияларҙы һәм "Урал батыр" эпосы нигеҙендә тәрбиәүи эш алымдарын юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусылары Зөлфиә Рәүф ҡыҙы, Лариса Вәкил ҡыҙы дәрестәрендә һәм йәш уҡытыусылар Гөлфиә Марс ҡыҙы һәм Рәшиҙә Ғилман ҡыҙы дәрестәрендә күп төрлө эш алымдарын күрһәтеү юғары кимәлдә ойошторолдо. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы ,юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнәзирә Батыр ҡыҙының " Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә эффектив формалар" оҫталыҡ дәресе юғары кимәлдәге тәжрибә уртаҡлашыу мәктәбе булды. Йыр, хеҙмәт дәрестәренең юғары категориялы уҡытыусыһы Зөһрә Мортаза ҡыҙының "Полилингваль дәрестәр ойоштороуҙа туған телде өйрәнеү алымдары" оҫталыҡ дәресе полилингвль мәктәптәрҙең телдәрҙе өйрәнеүҙәге мөмкинселектәре киңлеген асыҡ күрһәтте. Заман мәктәбендә туған телебеҙҙе өйрәнеү өсөн заманса уҡытыу мөмкинлектәре булдырылыуы оло ҡыуаныс .

Сегодня на базе МБОУ ПМШ №9 прошло заседание методобъединения учителей башкирского языка и литературы. На открытых уроках учителями высшей категории башкирского языка и литературы Л.В.Айбатовой, З.Р. Аккужиной и молодыми учителями Максютовой Р.Г, Загитовой Г.М., было показано применение разнообразных образовательных технологий, которые используются для повышения эффективности и качества обучения, углубления межпредметных связей. Заместители директора МБОУ ПМШ№9 Г.Б. Игликова и З.М. Мухамадеева показали мастер-классы и рассказали об особенностях полилингвального образования.
Полилингвальное образование — один из эффективных способов сохранения и развития родных языков.
12

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы