Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

18- се балалар баҡсаһы нигеҙендә башҡорт телен алып барыусы тәрбиәселәрҙең йомғаҡлау метод берекмәһе ултырышы уҙҙы

18- се балалар баҡсаһы нигеҙендә башҡорт телен алып барыусы тәрбиәселәрҙең йомғаҡлау метод берекмәһе ултырышы уҙҙы. Сараның тәүге өлөшендә метод берекмә етәксеһе Арыҫланова Рима Хаммат ҡыҙы 2024-2025 - се уҡыу йылындағы һөҙөмтәләргә йомғаҡ яһаны. Артабан тәрбиәселәр бай йөкмәткеле сығыштарында хәзерге заман талаптарына ярашлы тәжрибәләре менән уртаклашты . Быйылғы уҡыу йылында метод берекмәнең төп мәсьәләһе “Йомаҡтар сисеү, тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр , халык уйындары ҡулланыу кескәйҙәрҙе телгә өйрәтеүҙә алыштырғыһыҙ алымдар” булды. Әгәр беҙ балаларҙа башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уята алабыҙ икән, тимәк киләсәктә лә башҡорт йырҙары онотолмаҫ, быуындан- быуынға күсеп килгән бейеүҙәр , милли уйындар китаптарҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта уйналыр һәм йолалар, башҡорт байрамдары яңынан терелер.Ултырыш азағында йыл әйләнәһенә метод берекмә эшендә әүзем ҡатнашыусы тәрбиәселәр маҡтау ҡағыҙҙары менән тәбрикләнде. Ғөммүмән сара бик уңышлы үтте.Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар юғары кәйеф,киләсәккә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.
2625
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы