#Башҡортйырҙары#АбдуллаСолтанов #ХалыҡЙырҙары Рәсәйҙә һәм донъяның күп илдәрендә башҡорт сәнғәтенең данын күтәреүсе, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы йырсы Абдулла Афзал улы Солтановҡа быйыл 93 йәш туласаҡ. Оло йәштә булһа ла, Абдулла ағай әле лә теремек, үҙен бер ҙә яңғыҙ тоймай. Хәл-әхүәлән белешеп тороусылар ҙа бик күп. Өфө ҡунаҡтары, ауылдаштары, Ҡобағошҡа гастроль менән килгән артистар ҙа хәлен белешеп сыға. Район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, Ҡобағош ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре лә йыш барып торалар. Учалы ҡалаһында фатир ҙа биргәндәр үҙенә, әммә тыуған ауылынан бер ҙә ситкә китәһе килмәй аҡһаҡалдың. Абдулла ағайҙың тауышы әле лә моңло, йырлауын үтенһәң, бер ҙә инәлтеп тормай, күкрәк тултырып халыҡ йырын һуҙып ебәрә.
"Яйыҡ"
Фотолар Ҡобағош ауыл мәҙәниәт йорто сәхифәһенән.