Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

ИҪТАМҒОЛДА МИЛЛИ АШ-ҺЫУ КӨНӨ ҮТТЕ

ИҪТАМҒОЛДА МИЛЛИ АШ-ҺЫУ КӨНӨ ҮТТЕ

️13 март Иҫтамғол ауылы клубында милли аш-һыу көнө айҡанлы "Йыуаса байрамы" үтте. Клуб мөдире Гөлсирә Ғәлиәхмәтова килгән ҡунаҡтарға, тамашасыларға милли аш-һыу тураһында мәғлүмәт биреп, аш-һыуға ҡағылышлы ырым- тыйыуҙар менән таныштырып үтте.

Байрамда ҡатнашҡан Октябрьск, Ишкен ауылынан килгән ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу бәйгеһендә оҫталыҡта, зирәклектә, таһыллыҡта, бейеү - йырға маһирлыҡта көс һынашты. Йыуаса, бауырһаҡ, сәк-сәк, бөккән, әжегәй, талҡан, эремсек, шәнкә, ҡаҙы, тултырма, бәлеш, буҙа һәм башҡа милли ризыҡтарҙан өҫтәл һығылып торҙо.

️Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары аш-һыуға ғына оҫта түгел, милли ризыҡтар тураһында йомаҡтар, мәҡәлдәр ҙә күп белә икән, йыр-моңға, бейеүгә лә маһир. Науырыҙ ауылынан килгән Гөлнур Заһирова аш - һыуға бәйле мәҙәктәр, ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән бүлеште.

Ҡатнашыусыларҙы бүләкләнгәндән һуң, татлы байрам күмәкләп әҙерләгән мул сәй табынында дауам итте.
1936
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы