Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

Ураҙ лицейында мәктәп театры уңышлы эшләп килә

Ураҙ лицейында мәктәп театры уңышлы эшләп килә. Театр етәксеһе - Хаджеева Ғәзимә Мөхәмәт ҡыҙы. Март айының тәүге көндәрендә 2 класс уҡыусылары Әнисә Фәррәхованың "Ихатала кем хужа" әкиәтен сәхнәләштерҙе. Тамашасылар спектаклде яратып ҡараны. Сағыу костюмдар, декорация, биҙәлеш – барыһы ла уйланған. Балаларҙың сәхнәлә үҙҙәрен килешле, иркен тотоуы, геройҙарын дөрөҫ интонация менән һөйләшеүе уларҙың театр сәнғәтен үҙ итеүе тураһында һөйләй. Был күмәк ижад синыфташтарҙы берләштергәне, ҡыйыуыраҡ иткәне лә күренә. Шуныһы ла мөһим: бөтә синыф менән ҡатнаштылар, бер бала ла ситтә ҡалмаған. Әкиәтте музыкаль яҡтан Гөлназ Камил ҡыҙы биҙәне.
Тамашаны башланғыс класс уҡытыусылары һәм музыка уҡытыусыһы Гөлназ Камил тарафынан әҙерләгән концерт дауам итте. Сағыу концерт номерҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Был сараны әҙерләүсе Фирүзә Равиль ҡыҙына, Миләүшә Булат ҡыҙына, Алена Николай ҡыҙына, Гөлшат Урал ҡыҙына, сценарий авторы, алып барыусы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Альбина Дәүләтбай ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
1368
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы