Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

️Бөгөн Учалы төбәкте өйрәнеү музейында балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте, тип хәбәр итте үҙенең сәхифәһендә башҡорт милли костюмдарын тергеҙеү һәм популярлаштырыу...

️Бөгөн Учалы төбәкте өйрәнеү музейында балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте, тип хәбәр итте үҙенең сәхифәһендә башҡорт милли костюмдарын тергеҙеү һәм популярлаштырыу менән ҡыҙыҡһынған һәм был йүнәлештә ғәйәт ҙур эш алып барған белгесебеҙ Азат Ғарипов.

"Башта дәрескә килеүселәрҙе балаҫ төрҙәре, станоктар менән таныштырып үттек. Музей директоры фондтарҙа һаҡланыусы балаҫтар тураһында һөйләп үтте. Шунан һуң балаҫ һуғыу эше менән яҡындан таныштырыу өсөн һүҙҙе Тәскирә Ханнанова бирҙек. Ул 9 синыфта уҡыған сағында уҡ әсәһенән өйрәнеп алған. Бөгөнгө көнгәсә 50-60 самаһы балаҫ һуҡҡан. Үҙенең тәжрибәһенә таянып ул барлыҡ нескәлектәрҙе һөйләп, күрһәтеп бирҙе. Әлбиттә, эш еп оҙатыуҙан башланды, артабан шуларҙы көрөҫтәр, тараҡ аша дөрөҫ итеп үткәреп күрһәтте. Дөйөм алғанда, урынды балаҫ һуғыуға әҙерләү этабына ҙур иғтибар бүлдек. Әйтеп китергә кәрәк, бөгөнгө дәрескә был эш менән тәүге тапҡыр танышыусылар килһә, иртәгә дәрес бер аҙ тәжрибә туплағандар өсөн була." - тип яҙған белгес.
1775
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы