Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

️Районыбыҙҙың мәҙәниәт йорттарында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы концерттар, ярҙам итеү

️Районыбыҙҙың мәҙәниәт йорттарында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы концерттар, ярҙам итеү акциялары менән башланып китте:

•7 ғинуар көнө Ураҙ ауылы мәҙәниәт йортонда ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә "Әсәйҙәр көтәләр улдарын" исемле концерт үткәрелгән. Яугирҙарҙың ата-әсәләре алдында Ураҙ ауылы балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары һәм Учалынан талантлы Нажметдиновтар ғаиләһе сығыш яһаған. Шулай уҡ мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәрен үреү эше лә дауам итә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары күптән инде изге эшкә ҡушылып, селтәрҙәрҙе тиҙерәк үреп бөтөп, һалдаттарға ебәреү өсөн тырыша.

•Көсөк-Маяҡ ауылы клубында яугирҙар өсөн мендәрҙәр эшләү буйынса эш дауам итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауылдың оҫтабикәләре 28 дана мендәр теккәндәр. Партия тиҙҙән МХО зонаһына ебәреү өсөн тапшырыласаҡ.

•Кирәбе ауылының әүҙемселәренең дә ял көндәре яугирҙәребеҙҙе хәстәрләп үткән: ил һағында тороусылар өсөн улар окоп шәмдәре әҙерләгән. Уларҙың һалдаттарға аш-һыу әҙерләп, бер аҙ йылынып алыу өсөн дә ярҙамы ҙур. Клуб мөдире Зәкиә Мөхәмәтйәнова өмәгә саҡырып пост яҙғас та, ололар ҙа, йәштәр ҙә изге эштә ҡатнашырға теләк белдереп, клубҡа бик әүҙем йөрөгәндәр. Һөҙөмтәлә, ике көн эсендә 160 шәм әҙерләгәндәр. Афарин!

Яугирҙарыбыҙға ярҙам йөҙөнән башҡарылған изге эштәрегеҙ уң булһын.
1541
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы