Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

#башҡорттелекөнө2024





Башҡорт теле көнө һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI Съезы айҡанлы Килмәк мәктәбендә "Туған телем. Ғаиләм. Ватаным" тип аталған тематик дәрес үтте. 8, 11 синыфтар дәресте конференция формаһында ойошторҙолар. Уҡыусылар сығыштар яһап, башҡорт теленең ғаиләлә, йәмғиәттә ҡулланылыу даирәһе тураһында үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр. Башҡорт теленең бөгөнгө йәшәйешен күҙаллап, актуаль проблемаларҙы күтәрҙеләр, хәл итеү юлдарын барланылар. Уҡыусыларҙың Ҡоролтайға ауаздаш булып яңғыраған сығыштарында төплө, аңлы уй-фекерҙәр, туған башҡорт теленә ҡарата оло һөйөү тойғоһо сағылып торҙо. Арабыҙҙа шундай рухлы ҡыҙҙар-егеттәр үҫкәндә, туған телебеҙҙең дә киләсәге яҡты буласаҡ, тигән өмөт-ышаныс уяна. Афарин!

1442
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы