Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
18+
«Мәғариф» милли проекты һәм «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы белем усағы үҙ ишектәрен 2023 йылдың 1 сентябрендә асты. 1 225 урынлыҡ мәктәп беренсе уҡыу йылында 568 тәүге уҡыусыһын ҡабул иткән.
Физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ике спорт залы, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, футбол майҙаны, йүгереү юлы бар. Ә медицина блогы табип бүлмәһенән, процедура, прививка яһау һәм стоматология кабинеттарынан тора.
Яңы мәктәптә, белем биреү менән бер рәттән, дәрестәр тыш эшмәкәрлекте ойоштороуға ла тейешле иғтибар бүленә. Уҡыусылар өсөн ағас эше һәм слесарь оҫтаханаларында, бесеү һәм тегеү, аш-һыу әҙерләү кабинеттарында өҫтәмә дәрестәр үткәреү ҡаралған.