Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

ҮҘ АҠСАҢА ҮҘ ҮЛЕМЕҢДЕ ҺАТЫП АЛАҺЫҢ

ҮҘ АҠСАҢА ҮҘ ҮЛЕМЕҢДЕ ҺАТЫП АЛАҺЫҢ

Һыра - йәмғиәтебеҙҙе торған һайын һәләкәткә илтеүсе, уны бөтөнләй юғалтыуға алып барыусы ҡот осҡос ҡорал икәнен беләһегеҙме? Белмәһәгеҙ, уҡығыҙ түбәндәге юлдарҙы.



Ирҙәрҙе импотенция ҡурҡытамы?

- Һырала булған ҡатын-ҡыҙҙар енси гормондары ирҙәрҙе "енси ялҡауҙарға" әйләндерә. Һыраның тыуған иле Чехияла электән йәшәп килгән мәҡәл шундай: "Һыра эсеүсе ир ҡарбузға оҡшаған - уның эсе ҡарбуз хәтле, ә ҡойроғо ҡороған", - ти.

- Ваҡыт үтеү менән был ихтыярһыҙ, апатияға бирелеүсән әҙәм, бары тик диванда ҡырын ятып телевизор ҡарай алырлыҡ ҡына затҡа әйләнә. Артабан унда ҡуҙғыусанлыҡ һәм ярһыусанлыҡ барлыҡҡа килеүе мөмкин.

- Был заттың кәүҙә төҙөлөшө лә үҙгәрә - янбашы ҙурая, май биҙҙәре, ҡатын-ҡыҙ тибына яраҡлашып, янбашына йыйыла башлай. Эс мускулдары көсһөҙләнә һәм "һыра ҡорһағы" барлыҡҡа килә. Күпләп май йыйған күкрәк биҙҙәре ҙурая, ә ҡайһы саҡта унан хатта һөт тә бүленеп сығыуы бар.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы түлһеҙлек борсоймо?

- Һыра эскән ҡатын-ҡыҙ айырыуса ярһыуға әйләнә. Уларҙың тауышы ҡалыная, "һыра мыйығы" ла барлыҡҡа килеүе мөмкин.

- Шулай уҡ һыра күкрәк биҙе, йыуан эсәк, тура эсәк яман шештәре, енси ағзалар ауырыуы, йөрәктең һимереүе, арҡа һөйәге эшмәкәрлегенең боҙолоуы, бауыр циррозы, бауыр шешеүе, ашҡаҙан сире, күреү һәм ишетеү һәләтен юғалтыу кеүек ауырыуҙарҙы барлыҡҡа килтереүсе булып тора.

- Алкоголдең һәр дозаһы - мейе күҙәнәктәренең күпләп үлеүенә килтерә.

- Һыраны бер уртлау - организмдағы биологик һәм психик билдәләрҙең зәғифләнә барыуына, тоҡом боҙолоуға алып бара.

- Һыраны күберәк һәм йышыраҡ эскән һайын буласаҡ ата-әсәнән киләсәктә һау һәм аҡыллы балалар тыуыуына мөмкинлек кәмей.

- Һыраның маҡсаты - күпләп ҡырыу, һәм быларҙың барыһы ла кешенең үҙ аҡсаһына эшләнә. Ҡорбан үҙенең юҡ ителеүе өсөн үҙе түләй!

"Киске Өфө" гәзите, №29, 2024 йыл

сайты:

https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&..

1223
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы