Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
18+
Башҡалабыҙ Өфөлә 24 -26 июнь көндәрендә халҡыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡыһы "Урал батыр "эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк -ара конкурсы үтте. Эпосты яттан һөйләп зона конкурстарында еңеп сыҡҡан 53 йәш сәсәндәребеҙ ярышты был мәртәбәле бәйгелә.
"Урал батыр "эпосын яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында Ураҙ лицейының 7-се класс уҡыусыһы Аманова Зөлхизә (етәксеһе Хәмитова Айгөл Фәнүз ҡыҙы) уңышлы сығыш яһаны һәм Мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙына, ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ. Афариндар!