Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

Дуҫтар.

Дуҫтар, беҙҙә Иршат ағай Сиражетдировтың хәтер кисәһе үтте.

Халыҡ хәтерендә яҡты бер нур булып йәшәгән яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, һәләтле режиссер Иршат Фәрит улы Сиражетдиновҡа быйыл 70 йәш тулыр ине..

Иршат Фәрит улы Өфө сәнғәт училищеһында уҡый.

Училищены тамамлағас, армияла хеҙмәт итә, унан һуң бер йыл Комсомольск клубында директор булып эшләй. Спектаклдәр ҡуйып, Поляковка театрына “халыҡ” исемен яулап алалар.

Өфөлә сәнғәт институты асылыуын ишетеү менән ул күп уйлап тормай, режиссерҙар бүлегенә документтарын тапшыра. Һәм ҙур конкурста еңеп, студент булыу бәхетенә ирешә. Уҡытыусыһы, танылған режиссер Ғабдулла Ғиләжев уға Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә барырға тәҡдим итә. Остазының фатихаһы менән эш башлаған Учалы егетенең барлыҡ ижади ғүмере филармонияға бәйләнә.

Мәскәүҙәге ГИТИС-та юғары режиссерлыҡ курстарында уҡып ҡайтҡас, айырата илһамланып, ең һыҙғанып эшләй Иршат Фәрит улы. Һәр артистың, композиторҙың, әҙиптең үҙенсәлеген, һәләтен асырға тырышып, бай йөкмәткеле, ҡабатланмаҫ программалар төҙөй. Уның тарафынан ҡуйылған тамашаларға, ижад кисәләренә, яҙыусылар, шағирҙарҙың юбилейҙарына халыҡ дәррәү йөрөй.

Был хәтер кисәһен ойошторам тип, уның ҡустыһы Ринат Фаритович Сиражетдинов күп көс һалды. Ринат ағайға ҙур рәхмәт, һәм уның ғаилә архивында һаҡланып ҡалған фотоларҙан теҙелеп яһалған видеослайд һалғыбыҙ килә. Дуҫтар, үҙебеҙҙең данлыҡлы кешеләребеҙҙе онотмайыҡ.

https://vk.com/video-119323055_456239063

2023
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы