Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

Тамырҙары менән көслө шәхес.

Тамырҙары менән көслө шәхес.

Күренекле шәхес, башҡорт теле һәм әҙәбиәте ,тормош һабаҡтары дәреслектәре һәм бик күп методик ҡулланмалар авторы, филология фәндәре кандидаты, ике тиҫтә йылдан ашыу мәғариф министры урынбаҫары вазифаһында халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса бихисап күп башланғыстарға нигеҙ һалып тормошҡа ашырған хеҙмәт ветераны Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов менән осрашыу оло шәхестең тыуған мәктәбендә- Сәфәр урта мәктәбендә төрлө быуын вәкилдәрен,

яҡындарын,балалыҡ һәм студент йылдарындағы дуҫтарын, уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы бергә йыйҙы.Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллина әҙерләгән күркәм сарала ҡатнашыусылар абруйлы яҡташыбыҙҙың хеҙмәт юлы һәм эшмәкәрлеге хаҡында хәтирәләр менән уртаҡлашты, телсе ғалимдың тарихи дәүерҙәрҙе сағылдырған ҙур шәжәрәһе менән дә танышты.Йәнле аралашыу уҡыусыларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы.Шәхестәрен онотмаған халыҡтың ғына киләсәге өмөтлө тип юҡҡа әйтелмәгәндер.

Быуындар сылбырын кәүҙәләндергән осрашыу һәр кемдең күңелендә иң яҡты хәтирәләр булып һаҡланыр.

1972
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы