Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

Бөгөн Учалы ҡалаһының С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы майҙансығында башҡорт халҡының рухи мираҫы булған,,Урал батыр,,эпосын яттан һөйләүселәр .

Бөгөн Учалы ҡалаһының С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы майҙансығында башҡорт халҡының рухи мираҫы булған,,Урал батыр,,эпосын яттан һөйләүселәр , йәш сәсәндәр ярышты.Йәш сәсәндәр һөйләү оҫталығы менән башҡорт музыка ҡоралдарында ла уйнап ишеттерҙеләр.

Эпостың иң күп юлдарын ятлап ,һөйләү оҫталығы менән дә таң ҡалдырған Ураҙ лицейының 7-се класс уҡыусыһы Аманова Зөлхизә Гран-при яуланы.Учалы ауылы башҡорт гимназияһының 4-се класс укыусыһы Йәноҙаҡов Тимерлан,Ҡунакбай урта мәктәбенән Шаһиев Динислам,Ураҙ лицейынан Ғатауллина Гөлиә, бер туғандар Мөхәмәтҡужин Илһам һәм Ислам иң яҡшы һөҙөмтәләр менән енеүселәр рәтендә.Ҡорама төп белем биреү мәктәбе уҡыусылары эпостан өҙөктө сәхнәләштереп ҙур оҫталыҡ менән сығыш яһанылар.Май айында еңеүселәр зона этабында Белорет ҡалаһында көс һынашасаҡтар

Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһын һаҡлап,муниципаль этапта еңеү яулаған уҡыусыларҙы Учалы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Харис улы Ҡадиров аҡсалата һәм махсус приздар менән бүләкләне.

1717
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы