Был аҙна мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре байрамдарына бай булды. 25 март Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө, 27 март- Театр көнө.
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы мәҙәниәт усаҡтарына бай: Мәҙәниәт йорто, китапхана, музей...
Халыҡҡа күңел йыуанысы, яҡшы кәйеф, рухи байлыҡ өләшеүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, мәҙәни усаҡтарҙы дөрләтеүсе ижади төркөмдәребеҙҙе, уларҙың етәкселәрен байрам менән ҡотлайым һәм яңы үрҙәр, уңыштар, ижади ҡомар теләйем. Беҙҙең концерттарҙы, сараларҙы, спектаклдәрҙе ихлас ҡул сабып ҡарап ҡыуанышып таралышҡан тамашасыларыбыҙға иң ҙур рәхмәттәрем.
Алдағы күп һанлы сара- концерттарыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ.
Театр көнө айҡанлы һеҙҙең иғтибарға
" Әсә фатихаһы " спектакле.
https://www.culture.ru/live/broadcast/55091/spektakl-..