Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

Мәңге хәтерҙә!

Мәңге хәтерҙә!

Йөрәктәрҙә юйылмаҫлыҡ һүҙе ҡалды. Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды иҫкә ала. Беҙҙең арала булһа, уға 65 йәш тулыр ине.



Әхәт Мотаһар улының яҡындары, дуҫтары һәм коллегалары бөгөн Мосолман зыяратында уның ҡәберенә сәскә һалды. “Әхәт Мортазин киң күңелле, илһөйәр һәм телһөйәр кеше булды. Уның тауышы республикабыҙ ғорурлығы һәм ҡаҙанышы”, - ти сарала ҡатнашыусылар.

Әхәт Мортазин радио һәм телевидениела эшләгән бик күп коллегаларыбыҙҙың остазы. “Бөйөк һүҙ һәм тауыш оҫтаһына оло рәхмәтлебеҙ”, - ти улар.

Башҡортостан журналистары йыл һайын Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры үткәрә. Уҡыусылар араһында "Диктор тауышы" республика конкурсы ойошторола. Әхәт Мортазиндың тыуған ауылы Яңы Байрамғол мәктәбендә музей эшләп килә, өлгөлө балаларға махсус премия тапшырыла. Өфөлә диктор йәшәгән йортта уға мемориаль таҡтаташ асылды.

Онотмайбыҙ! Хәтерләйбеҙ!

1837
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы