Рекламный баннер 990x90px header-top
83.87
93.77
Рекламный баннер 728x90px center-top

Йыл һайын Яңы йыл алдынан Учалы филармонияһында инде матур йолаға әйләнгән район хакимиәте башлығының Шыршы байрамдары уҙғарыла. Унда уҡыу алдынғылары, олимпиадалар, ижади конкурстар, спорт ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары, хәрбиҙәрҙең балалары.

Йыл һайын Яңы йыл алдынан Учалы филармонияһында инде матур йолаға әйләнгән район хакимиәте башлығының Шыршы байрамдары уҙғарыла. Унда уҡыу алдынғылары, олимпиадалар, ижади конкурстар, спорт ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары, хәрбиҙәрҙең балалары, сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ-малайҙар саҡырыла. Бөгөнгө яңы йыл тамашаларында 800 йәш учалылар ҡатнашты.

- Хөрмәтле балалар, эшһөйәрлегегеҙ, маҡсатлы булыуығыҙ, үҫешергә һәм күп нәмәне белергә һәм эшләргә теләүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм, - тип тәбрикләне ҡыҙ-малайҙарҙы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов. – Һеҙҙең барығыҙға ла афарин! Яңы йылда барлыҡ теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, яҡшы уҡығыҙ, барығыҙға ла яңы еңеүҙәр һәм яңы бейеклектәр теләп ҡалам!

Райондың төп Шыршы байрамында ҡатнашыусылар Учалы филармонияһы артистары әҙерләгән “Өс батырҙың яңы йыл мажаралары” тип исемләнгән мюзикл ҡараны, шулай уҡ Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән уйнаны, әйлән-бәйлән әйләнде. Һәр бала бүләк алып һөйөндө.

Ежегодно в преддверии Нового года в Учалинской филармонии проводятся традиционные Ёлки главы администрации района, приглашения на которые получают отличники учебы, победители и призеры олимпиад, творческих конкурсов, спортивных соревнований, ребята с ограниченными возможностями здоровья, дети наших военнослужащих. Сегодня участниками новогодних торжеств стали 800 юных учалинцев.

- Я хочу поблагодарить вас, дорогие ребята, за трудолюбие, целеустремленность, стремление развиваться и многое уметь и знать, - приветствовал ребят глава администрации Учалинского района Руслан Гилязетдинов. - Вы все молодцы, пусть и в новом году исполнятся все желания, успешной учебы вам, новых побед и новых высот!

Участники главных Елок района посмотрели мюзикл «Новогодние приключения трех богатырей», подготовленный артистами Учалинской филармонии, приняли участие в играх и хороводах с Дедом Морозом и Снегурочкой, всем ребятам вручили сладкие подарки.

1712
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы