Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

ДӘҮЕР

ДӘҮЕР

Дәүер китте. Дәү Ир китте.

Йөрәккә тулды хәүеф:

Шом баҫҡанда, Ул бар тиеп

Көйләнә ине кәйеф.



Шом баҫҡанда, Бабай бар тип

Көйләнә ине күңел -

Беҙ, башҡорттар, арҡалыҡһыҙ,

Маяҡһыҙ милләт түгел.

Билдәһеҙ бер тойғо баҫа,

Ауҙы таяу - бағана.

Алмашына кем ҡағыныр

Милләт рухы һағына?

Алмашына кем бер ябай

Ҡылыр бөйөк ғәмәлдәр?

Киткән дәүергә ялғанып,

Кем күгемдә емелдәр?

Рәхмәт әйтеп өлгөрҙөк тә,

Фәһем алһаҡ ярай ҙа.

Яңылышҡа күндәм булып,

Кәштәһендә ятҡаны бар

Өн сығармай, ҡурай ҙа.

Яңылышҡа эстән һыҙып,

Яҙмаған бар ҡәләмдәр.

Һуңлап сыҡҡан бағышлауҙар

Бөгөн ҡандай күләмдә?

Һуңлап яуған бағышлауҙар

Һуғара тик намыҫты.

... Бабайҙың да күпме ғүмер,

Хәтер юлын саң баҫты.

Дәүер китте. Дәү Ир китте -

Ил ағаһы Мортаҙа.

Килгән дәүер әйт(ә)алырмы:

Бөгөн Илдә рух юғары,

Бөгөн Илдә тел таҙа?..

Наилә Хәмбәлиева

Фотола М.Ғ. Рәхимов Учалы районы баҫыуында

2630
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы