Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

Башҡортостандың социаль эшҡыуарҙары Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ милли проекты сиктәрендә 500 мең һумға тиклем грант алыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡортостандың социаль эшҡыуарҙары «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты сиктәрендә 500 мең һумға тиклем грант алыу мөмкинлегенә эйә.

Социаль эшҡыуарлыҡ - социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән бизнес. Мәҫәлән - кешеләргә ярҙам итеү, экологияны хәстәрләү, ҡаты ауырығандарҙы тәрбиәләү, инвалидтарға, етемдәргә, пенсионерҙарға, ҡасаҡтарға эш биреү. Социаль эшҡыуарлыҡ нигеҙендә халыҡтың социаль йәһәттән яҡланмаған категорияһының проблемаларын хәл итеү маҡсатында инициатива күрһәтеү ята.

Конкурста ҡатнашыу өсөн эшҡыуарға социаль предприятиелар реестрында торорға (ғариза биреү датаһына), «Минең бизнесым» үҙәгендә уҡыу үтергә (ғариза тапшырғанға тиклем) һәм ғариза бирергә кәрәк.

Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларҙы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы 2023 йылдың 18 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул итә:

450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 342-се һәм 350-се кабинеттар. Ҡабул итеү графигы - эш көндәрендә сәғәт 9:00-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем, тәнәфес - 13:00-14:00. Бинаға инеү өсөн шәхесте раҫлаған документ күрһәтергә кәрәк. Үтеү өсөн 32-180 номеры буйынса шылтыратырға.

Документтар әҙерләү мәсьәләһе буйынса «Минең бизнесым» үҙәге офистарында консультация алырға мөмкин: https://vk.cc/cqxzix

Белешмәләр өсөн телефондар:

+7 (347) 218-08-26, +7 (347) 224-99-99

Ярҙам алыу өсөн үҙегеҙҙең муниципалитетығыҙҙың бизнес-шерифына ла мөрәжәғәт итергә була: https://vk.cc/akzyOd

Ғариза биреүселәргә талаптар, ғариза формаһы һәм конкурс тураһында башҡа кәрәкле мәғлүмәт – ошонда: https://vk.cc/cqm8jX

Башҡортостанда «Социаль предприятие» статусын нисек алырға – ошонда ҡарағыҙ: https://vk.cc/cqxuUz



1750
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы