Рекламный баннер 990x90px header-top
83.92
94.04
Рекламный баннер 728x90px center-top

Һалым ҡайтармаһы ярҙамында Башҡортостан студенттары уҡыу өсөн түләнгән аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Ниндәй бүлектә уҡыу мөһим түгел.

Һалым ҡайтармаһы ярҙамында Башҡортостан студенттары уҡыу өсөн түләнгән аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара алаҺалым ҡайтармаһы ярҙамында Башҡортостан студенттары уҡыу өсөн түләнгән аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Ниндәй бүлектә уҡыу мөһим түгел.

Иғтибар итегеҙ, былары мөһим:

1e283a3.pngҺалым ҡайтармаһы алыу өсөн студентҡа параллель рәүештә рәсми рәүештә эшләргә һәм һалым түләргә кәрәк.

2e283a3.png Һалым ҡайтармаһын уҡыу өсөн түләгәндән һуң киләһе йылға алырға була.

3e283a3.pngБелем биреү учреждениеһы лицензиялы булырға тейеш.

4e283a3.pngБөтә түләү документтары һәм килешеү һалым түләүсенең исемендә булырға тейеш.

Студенттар һалым ҡайтармаһын Федераль һалым хеҙмәте сайтында йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә, шулай уҡ һалым инспекцияһында йәки Күп функциялы үҙәктә шәхсән юллай ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҡсаны үҙеңдең уҡыуың өсөн генә түгел, баланың, ҡусты йәки һеңленең, тәрбиәгә алынған кешенең уҡыуына түләгән осраҡта кире ҡайтарырға мөмкин. Балалар баҡсаһымы, юғары уҡыу йорто, автомәктәп йәки сит тел курстарымы ул - иң мөһиме, учреждениеның лицензияһы булырға тейеш. Эшләп йөрөгән һәм һалым түләгән һәр Рәсәй гражданы:

→ 24 йәшкәсә бер йәки бер нисә балаһының көндөҙгө бүлектә уҡыуы;

→ 18 йәшкә тиклемге бер йәки бер нисә тәрбиәләнеүсеһенең көндөҙгө бүлектә уҡыуы;

→ опека туҡтатылғандан һуң 24 йәшкә тиклемге элекке тәрбиәләнеүсеһенең көндөҙгө бүлектә уҡыуы;

→ 24 йәшкә тиклемге туғанының (атай йә әсәй генә уртаҡ булған осраҡта ла) көндөҙгө бүлектә уҡыуы;

→ шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән һәм Дөйөм Рәсәй иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре классификаторы кодында белем биреү эшмәкәрлеген күрһәткән репетиторҙа белем алған өсөн һалым ҡайтармаһы алырға мөмкин.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 222-22-22



1948
Рекламный баннер 728x90px center-bottom
Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Рекламный баннер 200x200px sidebar-right
Полезные ресурсы