Рекламный баннер 990x90px ban1
92.58
103.38
Рекламный баннер 728x90px main1

Халҡым минең. Ҡумыҙ тартып,


Башҡорт моңон көйләне.
Бөтөнөһөн төшөндөрөп,
Ил тарихын һөйләне


Учалы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ҡумыҙ - башҡорт халҡының бик ҙур үҙенсәлекле музыка ҡоралы ул. Ҡарар күҙгә бик ҙур булмаһа ла, киләсәге ҙур уның. Бына ошо бәләкәс кенә, ыҡсым ғына, әммә ғәжәп бай яңғырашлы музыка ҡоралы тураһында Ҡунаҡбай сәнғәт мәктәбенең ҡумыҙ класы уҡытыусыһы Ләйсән Ишмырҙа ҡыҙы Юлбирҙина һөйләп үтте.
Дәрескә тәүгеләрҙән булып музей хеҙмәткәрҙәре һәм Ахун ауылынан Лина Файзулловна килде. Бөгөнгө дәрестә башҡорт халыҡ йыры "Хәтирә"не импровизация алымы менән уйнарға өйрәтте. Шулай уҡ ҡатнашыусылар көйләп уйнау алымы менән дә таныштылар.
Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға теләүселәрҙең йәш сикләүе юҡ. Кумыҙҙа уйнау серҙәренә өйәрәнергә теләүселәр күберәк булған һайын уларҙы ҡыуанып ҡаршылайбыҙ һәм көтөп ҡалабыҙ!

#Учалинскиймузей #Кубыз #ДШИКунакбаево0:17

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 728x90px main2
Рекламный баннер 240x200px right1
Рекламный баннер 240x200px right2
Рекламный баннер 240x200px right3