Рекламный баннер 990x90px ban1
99.94
102.49
Рекламный баннер 728x90px main1

РАЙОН БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНЫҢ УЛТЫРЫШЫ ҮТТЕ

РАЙОН БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНЫҢ УЛТЫРЫШЫ ҮТТЕ
Учалы районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы киңәйтелгән ултырышы булып үтте.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн йәмәғәт ойошмалары халыҡ араһында ҙур эш алып бара, урындағы үҙидара органдарының уң ҡулы булып тора. Учалы районында ла Кесе ҡоролтай, “Ағинәйҙәр” ҡоро, Яҙыусылар ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советының ярҙамы менән мөһим саралар ойошторола.

Ултырышта тиҙҙән уҙасаҡ мөһим сара – Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында әүҙем ҡатнашыу, мәғариф учреждениеларында туған телде өйрәнеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, йәштәр араһында сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, милли спорт төрҙәрен үҫтереү, онотола барған йолаларҙы тергеҙеү кеүек мөһим мәсьәләләр күтәрелде.
Барлыҡ һорауҙар буйынса фекер алышыуҙар булды, ҡарарҙар ҡабул ителде.
Мәғлүм булыуынса, 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан ителгәйне. Шуныһы һөйөнөслө, Учалы районы уға иң беренселәрҙән булып ҡушылды. Ә былтыр Илсе ауылы беренсе урын яулап, биш миллион һумлыҡ призға лайыҡ булды.
Учалы районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров район ауыларының быйыл да был конкурста мотлаҡ ҡатнашасағын белдерҙе һәм “Айыҡ ауыл – 2022” конкурсының шарттары менән таныштырҙы.
Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы милли матбуғатты һаҡлау, уларҙың тиражын арттырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Әйткәндәй, йылдағыса Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары дәррәү рәүештә республиканың төп баҫмаһы “Башҡортостан” гәзитенә лә яҙылдылар.
Римма Солтанова.
***
12 октября в Учалинском районе состоялось заседание местного отделения Курултая башкир. Участники встречи обсудили вопросы развитии национального образования на территории района, участии школ в мероприятиях, направленных на сохранение и развитие родного языка, развития национальных видов спорта, рассмотрели задачи, стоящие в сфере молодежной политики. О фондах Учалинского краеведческого музея, и, в частности, о разделе «Этнография» проинформировала хранитель фондов музея Гузель Лукманова. Одним из вопросов повестки дня стал также ход подготовки к предстоящей переписи населения. Заместитель главы администрации по социальной политике Гузалия Шагалина рассказала о сроках, способах ее проведения, отметив, что Учалинский район готов к проведению этого масштабного мероприятия. Она призвала собравшихся к активному участию в переписи, отметила, что списки переписных участков размещены на страницах администрации в социальных сетях (https://vk.com/public172754444?w=wall-172754444_14429). Руководитель исполкома районного курултая Музафар Кадыров рассказал о принципах проведения очередного республиканского конкурса «Трезвое село». Напомним, что в конкурсе «Трезвое село-2020», в котором приняли участие более 2 тысяч сел и деревень со всей республики, обладателем первого места среди крупных сел стало с.Ильчино Учалинского района. В настоящее время объявлена заявочная кампания на участие в муниципальном этапе республиканского конкурса-2021.

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 728x90px main2
Рекламный баннер 240x200px right1
Рекламный баннер 240x200px right2
Рекламный баннер 240x200px right3