Беренсе сентябрь - Белем байрамы. Оҙайлы каникулдан һуң ҡала- район мәктәптәрендә 9 меңдән ашыу уҡыусы йәнә парта артына ултырҙы. 1053 беренсе класс уҡыусылары тәү тапҡыр мәктәп ишеген асты. Белем байрамы айҡанлы барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла тантаналы линейкалар үтте. Учалы районы МР хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов Учалы ҡалаһының Рудник микрорайонында урынлашҡан 2 - се урта мәктәп коллективын байрам менән ҡотланы.
5:46