Рекламный баннер 728x90px main1
Башҡорт милли костюмдарын тергеҙеү һәм популярлаштырыу менән ҡыҙыҡһынған һәм был йүнәлештә ғәйәт ҙур эш алып барған оҫта Азат Ғарипов Учалы төбәкте өйрәнеү музейы менән берлектә "Учалы төбәкте өйрәнеү музейында башҡорт кейеме" исемле каталог төҙөү өҫтөндә эш алып бара.
План буйынса каталог бер нисә китаптан торасаҡ. Әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре тураһындағы тәүге китапты әҙерләү эше дауам итә. Киләсәктә китаптарҙың эстәлеге менән музейҙың сайтында танышырға мөмкин буласаҡ, тип хәбәр итә белгес.
Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Рекламный баннер 728x90px main2