Рекламный баннер 990x90px ban1
79.13
90.66
Рекламный баннер 728x90px main1

ГӨРЛӘП ҮТТЕ БАЛАЛАР ҺАБАНТУЙҘАРЫ

ГӨРЛӘП ҮТТЕ БАЛАЛАР ҺАБАНТУЙҘАРЫ...

Халыҡ - ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата, районыбыҙҙың ауылдарында балалар өсөн һабантуйҙар булып үтте. Байрамдар бик матур, бай йөкмәткеле булыуы менән айырылып торҙо.

️Туңғатар ауылы эргәһендәге яланда Барын-Табын ырыуының балалар һабантуйын, кескәйҙәр бәләкәйҙән үҙҙәренең ырыуын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, күреп үҫһен өсөн йылда үткәреп торалар. Ойоштороусылар милли уйындарға өҫтөнлөк бирәләр: йүгән тартыу, ашыҡ һуғыу, сыбыртҡы уйыны, "йәшерәм яулыҡ", тоҡ менән һуғышыу, тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу, арҡан тартышыу кеүек уйындарҙа балалар ихлас ҡатнаша, "Табын батыры", "Табын һылыуы" ярыштарында үҙҙәрен һынап, маҡтаулы исемгә лайыҡ булалар.

️Уральск ауылында үткән байрамда ат сабышы, көйәнтә менән һыу ташыу, арҡан тартышыу, йомортҡа менән йүгереү кеүек уйындар бәләкәстәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Байрамда ҡатнашҡан бер кем дә призһыҙ ҡалмағандыр, моғайын. Һабантуйҙы йәмләгән концерт номерҙары ла балаларҙың сығыштарынан торҙо.

Балалар һабантуйы йыл һайын уҙып торһон, илдәр тыныс, күк йөҙө аяҙ, балалар бәхетле булып үҫһен тип теләйек!

Фотоларҙа: төрлө ерҙәге байрамдан күренештәр.

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 728x90px main2
Рекламный баннер 240x200px right1
Рекламный баннер 240x200px right2
Рекламный баннер 240x200px right3