Рекламный баннер 728x90px main1
Бөгөн Учалы районы Ҡорама ауылында Силәбе өлкәһе Арғаяш, Ҡоншаҡ районы башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар , М.Акмулла исемендәге әҙәби берекмәһе ағзалары,Башҡортостан республикаһы ,,Аҡ тирмә,, башҡорт үҙәге етәкселеге , Белорет районы башҡорт теле уҡытыусылары Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған 20-се төбәк ара конференцияға йыйылды.Ҡорама төп белем биреү мәктәбе коллективы тарафынан әҙерләнгән әҙәби музыкаль композиция ,уҡыусыларҙың сығышы һәр кемдең күңеленә үтеп инде.Уҡыусыларҙың һуғыш дәүере балаларының яҙмышын оҫта сәхнәләштереүе һәр кемде тетрәндерҙе.
,,Урал батыр,, мәктәбе проекты буйынса эшмәкәрлекте йәнләндереү буйынса Рәйсә Абдрахман ҡыҙының сығышын Силәбе уҡытыусылары ла әүҙем ҡабул итте. Силәбе өлкәһе мәктәптәре менән аралашыуҙың хеҙмәттәшлек емештәре булып төбәк- ара конференцияларҙа туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү юлдарын өйрәнеү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу булды
Рекламный баннер 728x90px main2