Рекламный баннер 990x90px ban1
82.02
93.25
Рекламный баннер 728x90px main1

 14 Апрель , 2025



14 Апрель , 2025

"Аманат" журналы Учалыла сәфәрҙә булды

#Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналы Учалы районы мәктәптәрендә ҡунаҡта#

“Аманат” Республика балалар-үҫмерҙәр журналыУчалы ҡалаһының Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы, Илсе,Сәфәр ауылы мәктәптәре уҡыусылары менән осрашты

“Аманат”лы осрашыу сараларында журнал редакцияһының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова, Башҡортостан Республикаһы Учалы районы мәғариф бүлегенең баш белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, М.Х.Минһажетдинов премияһы лауреаты, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” Төбәк–ара конкурсы лауреаты Зилә Ғизитдин ҡыҙы Шәрәфетдинова ла ҡатнашты.

Илселәр “Аманат”ҡа синыфы менән яҙыла ла ҡуя

“Аманат” журналы үҙенең уҡыусыларына төрлө конкурстар ойоштороп тора. Иң йәнле конкурстарҙың береһе –  “Яҙыл да бүләк от!”. Ул йылына ике тапҡыр, “Аманат”ҡа яҙылыу осоронда бара. Конкурстың шарты буйынса, “Аманат”ҡа яҙылыу квитанцияһын amanat@yandex.ru почтаһына йәки amanatrb.ru төркөмөндә “хәбәр” итеп һалырға ғына кәрәк. Әлеге конкурста Учалы районы Илсе мәктәбенең  5-се синыф уҡыусылары дәррәү ҡатнашҡайны. Синыф етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәп китапханаһы мөдире лә булып эшләгән Идиә Рамаҙан ҡыҙы Хажиәхмәтова ата-әсәләр ярҙамында "Аманат"ҡа бөтөн синыф менән яҙылыуҙы ойошторғайны.

Илсе мәктәбендәге осрашыуҙа бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа яҙылыусы 5-се синыфҡа Маҡтау билдәһен, журналға яҙҙырыуҙы һәм таратыуҙы ойоштороусы синыф етәксеһе Идиә Рамаҙан ҡыҙы Хажиәхмәтоваға Рәхмәт кәлимәһе тапшырылды. Ә “Яҙыл да бүләк от!” конкурсының еңеүсеһе  5-се синыф уҡыусыһы Арыҫлан Заһиҙуллин “Аманат”тың бүләген – ҡолаҡсынды алып ҡыуанды.

Учалы районы Илсе мәктәбендә ижадсы балалар ҙа бар. Аделина Бәхтейәрованың“Шыршылар урманды биҙәһен!” әкиәте менән уҡыусыларыбыҙ “Аманат”тың быйылғы 2-се һанында танышҡайны. Был ҡыҙыҡтырғыс әкиәттә Азат исемле малай шыршы ҡырҡып алып ҡайтырға урманға бара һәм көтмәгәндә урман эйәһе менән осраша.

Илсе мәктәбе коллективын бар ғүмерен ошо мәктәпкә арнаған Зөһрә Ғәлимйән ҡыҙы Батыршина етәкләй. Ул 40 йыл физика һәм математика фәненән уҡыта. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостандың мәғариф отличнигы, “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булған.

Журналыбыҙға арналған дәрес

Артабан юлыбыҙҙы күрше Сәфәр мәктәбенә дауам иттек. Бында милли кейемдәр кейгән, биҙәүестәр таҡҡан күркәм уҡыусылар, синыф етәксеһе ҡаршы алды. Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, М.Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, «Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыһы -2023» конкурсы еңеүсеһе, үҙ эшенең оҫтаһы «Педагог-мастер» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған абруйлы уҡытыусы Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллинаның интерактив оҫталыҡ дәресендә булыу бәхете лә тейҙе. "Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты-2024" республика конкурсында еңеү яулағас, Сәфәр урта мәктәбенең үҙе уҡытҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына бүләккә заманса технологиялы,мультимедиалы ҡиммәтле интерактив панель-таҡта алып ҡайта еңеүсе уҡытыусы.

Айгөл Хәлит ҡыҙы әлеге панель-таҡтала “Аманат” – халҡыбыҙ аманаты” тип исемләнгән оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.Журналдың тарихын байҡап, шунда уҡ https://amanat.su сайтына, https://vk.com/amanatrb төркөмөнә инеп, уҡыусылар “Аманат” тураһында мәғлүмәтле булды. Дәрес һуңында алған белемдәре тикшерелде.

Лицей уҡыусылары тормошонда – “Аманат”

Артабанғы “Аманат”лы осрашыуыбыҙ Учалы ҡалаһының

С. Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейында үтте. Юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы  Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы Ғүмәрова “Аманат” журналы менән бәйле хәтирәләр” тип атаны үҙенең сығышын. Ысынлап та, “Аманат” бик сағыу иҫтәлектәр ҡалдырған уҡытыусының хеҙмәт юлында: “2010 йылда уҡыусым Амур Моратшин,“Аманат”тың “Яҙыл да бүләк от!” конкурсында ҡатнашып, велосипед отто. Уның фотоһүрәте хатта журналдың июнь һаны тышлығына сыҡты. Егет үҙе хәҙер ҙурайҙы инде, МХО-ла хәрби кеше. Шылтыратышып торабыҙ. “Ул велосипед үҫмер мәлемә бик йәтеш булды, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте,” – тип һаман һөйләй Амур. “Аманат”тың күп иҫтәлекле һандарын, уҡыусыларының ҡәҙерле ижад емештәрен яңынан байҡап үтте хөрмәтле уҡытыусы. Амурҙың велосипед отоуы үҙе бер ҡыҙыҡлы тарих булған. Был хаҡта журналдың киләһе һандарында хәтирәләрҙе уҡырһығыҙ, тип өмөтләнәм.

1500-ҙән ашыу уҡыусыһы булған лицейҙа әҙәби ижад менән шөғөлләнгән балалар ҙа уҡый. Улар үҙҙәренең шиғырҙарын, әкиәттәрен, хикәйәләрен, һүрәттәрен редакцияға ебәрергә теләк белдерҙе. 

2022 йылдан лицейҙа “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә “12 кадр” телестудияһы эшләп килә. Әлеге мәктәп телевидениеһы уҡыусыларҙың ижади эшмәкәрлеген киңәйтеүҙә ҙур роль уйнай. Балалар менән Учалы телестудияһының тәжрибәле хәбәрсеһе Әнисә Жәүәт ҡыҙы Ғиләжева, ә  оператор оҫталығына, монтажға техник-программалаусы Самат Булат улы Шәйхисламов өйрәтә. Шулай уҡ бында Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар диктор Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә ойошторолған төбәк-ара “Диктор тауышы” ижади конкурсы ла үтә.

Учалы лицейындағы музейҙа

Лицейҙа минералдар донъяһын яҡтыртҡан геологик музей эшләй. Донъяның төрлө тарафынан килгән ике меңдән ашыу экспонат бар. Минералдарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнгән түңәрәк эшләй. Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығына экскурсиялар ойошторола. Уҡыусылар тикшеренеү эштәре лә алып бара, доклад, реферат, ғилми эштәр яҙа. Еңеүҙәре лә, бүләктәре лә бихисап уларҙың.

Мәғарифты үҫтереү федераль маҡсатлы программаһы грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2017 йылда галокамера – тоҙ шахтаһы кабинеты асыла лицейҙа.Тоҙ шахтаһы – физиотерапевтик кабинеттан, сенсор бүлмәһенән торған һауыҡтырыу үҙәгенең бер өлөшө генә.

“Лицей – инновацион белем биреү үҙәге. Бында уҡыусылар, тәрбиә һәм белем алыуҙан тыш, уҡыуынан өҙөлмәй генә һаулығын да нығыта,”  – тине уҡытыусылар лицей буйлап экскурсия үткәргәндә.

Уҡыусыларҙың ниндәйҙер йүнәлештәге һәләтен күреп, тойомлап, уны артабан үҫтерергә тырышҡан, үҙ эшен яратҡан уҡытыусылар эшләй Учалы яҡтарында. Улар һәр уҡыусыла илһөйәрлек, халҡыбыҙ тарихына һәм мәҙәниәтенә ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләй. Белем алыуҙа интернет-ресурстарҙы файҙаланырға өйрәтә.

Уҡыусылар ҙа ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыусан. Мәктәп, район, республика кимәлендәге олимпиадаларға әҙерләнә, конкурстарҙа ҡатнаша, ижади эштәр башҡара. “Аманат”ты уҡып, заман менән бергә үҫеп, ил киләсәген төҙөүселәр булырға әҙерләнә улар.

Зөбәржәт Яҡупова,

“Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе.

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 728x90px main2
Рекламный баннер 240x200px right1
Рекламный баннер 240x200px right2
Рекламный баннер 240x200px right3