Рекламный баннер 728x90px main1
# Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналы Учалы районы мәктәптәрендә ҡунаҡта#
,,Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналынының яуаплы сәркәтибе Яҡупова Зөбәржат Мәүләүи ҡыҙы С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы, Илсе,Сәфәр урта мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуҙа балалар өсөн сыҡҡан шәп йөкмәткеле журналдағы яңы конкурс төрҙәре,һәр уҡыусыны йәлеп итерлек ҡыҙыҡлы бүлектәре һәм үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Бөтә класс менән журналға яҙылған Илсе урта мәктәбенең 5 -се класс уҡыусыларына һәм класс етәксеһе Хәжиәхмәтова Идиә Рамаҙан ҡыҙына рәхмәт хаттары,бүләктәр тапшырҙы.
Сәфәр урта мәктәбендә Абдуллина Айгөл Хәлит ҡыҙының ,,Аманат,, -халҡыбыҙ аманаты,, оҫталыҡ дәресе, 1-се башҡорт лицейында Ғүмәрова Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙының ,,Аманат ,, журналы менән бәйле хәтирәләре осрашыуҙы биҙәне. Уҡыусыларҙың журналға иғтибары көсәйҙе, ҡыҙыҡһыныуҙары артты.Туған телебеҙҙә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан шәп журнал-,,Аманат,,журналы.
Рекламный баннер 728x90px main2