Рекламный баннер 728x90px main1
Бөгөн ҺАУЛЫҠ көнө икән! Һау булайыҡ!
Һаулыҡ ҡына булһын!
Һаулыҡ ҡына булһын, һаулыҡ ҡына!
Әллә күпме хыял күңелдә!
Беҙ күрмәгән күпме гүзәллек бар
Ер йөҙөндә, хатта илемдә!
Һаулыҡ булһа, дуҫ-туғандар менән
Йәшәп була донъя гөрләтеп,
Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Ғаилә усаҡтарын дөрләтеп!
Һаулыҡ ҡына етһен, эй, Хоҙайым!
Ҡалғанына етер көсөбөҙ,
Ҡасан үтеп китер ошо афәт?
Өнгә әйләнһәсе төшөбөҙ!
Рекламный баннер 728x90px main2