
6 май көнө Рысай ауыл мәҙәниәт йортонда Ураҙ ауылы китапханаһының "Йәш йөрәктәр" театр төркөмө Мөнирә Сафинаның "Ике болот" драмаһы менән сығыш яһаны.

Спектакль – уйын ғына түгел, ижади эш тә. Рысай ауыл мәҙәниәт йорто мөдире хәбәр итеүенсә, ошо эштең һөҙөмтәһе булған спектаклде халыҡ ихлас ҡабул иткән.