Асмандарҙан йондоҙ ҡармаҡлаған
Төндәр әле шундай илаһи:
Йәнгә һарҡып һарыла ла моңдар,
Сәбәпһеҙ ҙә килә илайһы...
Йондоҙҙарҙың серен сисергә лә
Боронғолар күпме өйрәтте:
Тимер ҡаҙыҡ күктең күкрәгендә -
Ҡояш тамғаһының һүрәте!*
Шундай илаһилыҡ, аһәңлелек!
Ышанам мин Тәңрем барлыҡҡа...
Бабам рухы ялбарған тип беләм:
-О, Күк буҙы,
яҡла!
ярлыҡа!*
Нурлы күңел менән уйсанлығы
Аҡмаһында алҡын тарихтың
Һаман тере!
Сик булалмай Ваҡыт!
Ҡиблалары яҡын тарафтың...
...Ҡан хәтере хәтәр икән дә ул -
Милләтемде һаҡлар ҡот көсө!
Шул илаһи ҡоттан мәхрүм итер
Арамъялыҡ* бөгөн ҡотҡосо
Булмағайы, тиеп, күккә баҡтым,
Етегәндәй нурлы Усаҡ яҡтым:
Асмандарҙан йондоҙ ҡосаҡлатыр
Бик аһәңле илаҡ мәл баҡтым.
Минзәлә Шөғәйепова
* Поляр йондоҙ тирәһендә Етегән йондоҙ бер йыл эсендә сәғәт юнәлешенә кире яҡҡа әйләнеп сыға ла, күктә Тәңрелек символын хасил итә. Аҫтағы һүрәттә ап - асыҡ күренә
* О, Господи, прости, помилуй! тип ялбарыуҙы христиандар Тәңрелек диненән алған.
Арамъярыҡ * - Сит аҡылға, иманға, ҡотҡоға эйәреү