ваҡытлыса туҡтатылды
16 август Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштауҙы "Башҡорт сода компанияһы" ҡарамағына биреү һәм унда ҡаҙыу эштәре башланыуға ҡаршы сығыш яһаған халыҡ менән осрашты. Ике яҡ - тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыу яҡлы халыҡ һәм уны эшкәртергә теләгән "Башҡорт сода компанияһы" уртаҡ килешеүгә килгәнсе тауҙа эштәр башланмай, тип белдерҙе республика етәксеһе һәм митингыла ҡатнашыусыларҙы өйҙәренә таралышырға саҡырҙы.
- Беҙ килешеү тапмайынса Ҡуштауға береһе лә менмәй, бер ниндәй ҙә эштәр башланмай, - тине Радий Хәбиров, йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итеп. - Һуғышты туҡтаттыҡ, бүтән береһенә лә юл ҡуймайбыҙ. Тыныс йәшәргә һәм үҫешергә кәрәк. Әлеге ваҡиғалар бөтәбеҙгә лә ауыр тәьҫир итә.
Ҡулға алынған йәштәрҙе иреккә сығарырға тырышасаҡбыҙ. Унда активистар ғына түгел, "БСК" яҡлы кешеләрҙе лә тотҡандар. Барыһы ла законға ярашлы буласаҡ. Һеҙгә быны вәғәҙә итәм.
Мәғлүмәти сәйәсәткә килгәндә, мин һәр ваҡыт экстремизм һәм дини йүнәлеш булараҡ ваххаблыҡҡа ҡаршы сығыш яһаным. Был минең шәхси ҡарашым. Бүтән бер кем дә кемдең кем булыуын айырып тормайса экстремистар рәтенә индермәйәсәк был яғына, тип һүҙ бирәм. Әммә һеҙҙең дә туҡтап тороуығыҙҙы үтенәм.
Башҡортостан Башлығы активистарҙың Ҡуштау мәсьәләһен хәл итәсәк Координация советын булдырыу тураһындағы тәҡдимен күтәреп алды һәм халыҡ араһынан яуаплы вәкилдәр һайлап, иртәгә үк беренсе ултырышын уҙғарырға саҡырҙы.
- Барыбыҙға ла туҡтарға кәрәк. Һеҙҙең дә миңә һорауҙарығыҙ күп, минең дә һеҙгә. Иң активтарҙың беҙҙең менән бер өҫтәл артына ултырып фекер алышыуын һорайым. Бер генә үтенес: арағыҙҙан абруйлыларҙы һайлап алығыҙ, иртәгә һөйләшербеҙ. Беҙ ситуацияға ентекләп асыҡлыҡ индерергә әҙер, - тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығының Ҡуштауҙы яҡлаусылар менән осрашыуы һөҙөмтәһендә стихиялы митингыны туҡтатыу тураһында килешелде. Активистар таралыша башланы.
- Бөгөн "Башҡорт сода компанияһы" беренсе булып был урынды ташлап китә, техниканы кире бора. Кешеләргә тыныс ҡына таралышырға мөмкинлек биреүегеҙҙе һорайым, улар эшселәр, ҡушылғанды үтәгәндәр, - тине Радий Хәбиров. - Полиция хеҙмәткәрҙәренең дә күпселек өлөшө китә. Әммә бында тәртип һаҡлау маҡсатында, барығыҙ ҙа бынан тыныс таралышһын өсөн, полицияның ҙур булмаған көстәре тороп ҡала.