Ваҡлыҡтарға әүрәп,
Намыҫ менән
Көйһөҙләнеп китһә арағыҙ,
Эй, башҡорттар,
Муса Мортазиндың
Һуңғы һүрәтенә ҡарағыҙ!!!
***
Муса Мортазиндың һуңғы һүрәтенә тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел. Уны ҡараған һайын күҙгә әсе йәштәр эркелә... Ил батырының ғүмеренең һуңғы минуттарын уйлауҙан ғына ла, әйтеп бөтөргөһөҙ ғазап, йән тетрәнеүе кисерәһең... Ни өсөн шул тиклем фажиғәле һуң арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең яҙмышы?!.
Илебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышында башҡаса һис ҡабатланмаһын ҡанлы сәйәси золомдар!
МОРТАЗИНДЫҢ ҺУҢҒЫ ҺҮРӘТЕ
Күҙ алдымда ярһып моң бөрккәндә
Шартлап һынды кеүек бер ҡурай.
Йөҙө ҡара көйгән ир күҙенән
Мөлдөрәмә ҡайғы һарҡырай.
Бер битендә көйрәй даға эҙе,
Бер битендә - һалдат ҡайышының
Айылындағы йондоҙ тамғаһы...
Ҡасан бөтөр ярыу, типкеләүҙәр,
Таш төрмәнең боҙло иҙәненә
Тағы күпме ҡандар ағаһы?
Ниндәй ғәйеп, ниндәй гонаһ өсөн
Бындай тамуҡтарҙан үтәһе?
Күҙҙәрендә мөлдөрәмә һағыш:
- Юҡҡа булдымы ни бөтәһе?
Юҡҡа булдымы ни АЗАТЛЫҠ тип,
Илдең ташҡын булып ташҡаны?
Юҡҡамы ни, инҡилапты яҡлап,
Күпме яуҙар саптыҡ,
Ят яҡтарҙа
Ятып ҡалды башҡорт баштары?
Кисерегеҙ мине, кисерегеҙ,
Яуҙаштарым, ҡоралдаштарым.
Һиҙҙе күңелем, яуыз мәкер бер саҡ
Ҡара йылан булып сағаһын,
Аҡ йөҙөбөҙгә ҡара яғаһын...
Бер битендә йондоҙ ҡара яна,
Бер битендә – итек дағаһы.
Күҙҙәренән мөлдөрәмә һағыш,
Мөлдөрәмә ҡайғы эркелә.
Һуңғы һүҙен, һуңғы аманатын
Әйтә алмай китә бер кемгә.
ИЛ БАТЫРЫ!
Ғәййәр орандарың
Төштәремде ярып уята.
Һүҙҙәреңде
Таш диуарҙар аша
Ишетәмен, Муса олатай!
Ғәҙелһеҙлек беҙҙе иҙгәндә лә
Башыбыҙҙы юҡ һис эйәһе.
Батырҙарын күпме ҡырһалар ҙа,
Буш тормаҫ ул башҡорт эйәре.
Ваҡлыҡтарға әүрәп,
Намыҫ менән
Көйһөҙләнеп китһә арағыҙ,
Эй, башҡорттар,
МУСА МОРТАЗИНДЫҢ
ҺУҢҒЫ ҺҮРӘТЕНӘ ҠАРАҒЫҘ!
© Рауил Бикбаев
#СәйәсиЗоломҠорбандары#Башҡортостан #Башкортостан #Башкирия #Өфө #Уфа #Башҡорттар #Башкиры