
Тирә-йүнде алтынға мансып, еребеҙҙә көҙ тантана итә.

Әлегә тиклем көндәрҙең сыуаҡ тороуы менән файҙаланып, Иҫтамғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары тәбиғәткә, "Әбейҙәр сыуағы" байрамына сыҡтылар. Ил-йортҡа именлек, бәрәкәтле, иманлы тормош теләп аят уҡып, самауыр янында, бейеп, йырлап, тәмле аш-һыу менэн сәй эсеп таралыштылар.

Һәр көнөбөҙ шулай бәхет-ҡыуанысҡа төрөнөп кенә үтһен!