Рекламный баннер 990x90px ban1
80.05
92.51
Рекламный баннер 728x90px main1

Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашығыҙ

Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашығыҙ

11-15 октябрҙә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы «УМАЙ» этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма менән берлектә башҡорт теленән олимпиада үткәрә. Был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы һорауҙар менән онлайн-тест формаһында эштәр әҙерләнгән.

Башланғыс кимәл - башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;

Ирекле кимәл - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;

Башҡорт теле диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн диалекттар темаһына һорауҙар.

Ҡатнашыу өсөн:

11-15 октябрҙә олимпиаданың сайтына http://basholimpiada.ru/ инергә;

Теркәлергә, олимпиадала теркәлгән ҡулланыусылар ғына ҡатнаша ала;

Өс кимәлдең береһен һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә;

Тесты үткәс, йыйылған балдар менән сертификат алырға.

Олимпиаданан һуң сайтта белемде үҙаллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар баҫыла. Әгәр һеҙҙә теркәү, тест үтеүҙең техник аспекттары йәки сертификат алыу менән ауырлыҡтар килеп тыуһа, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Телефон: 7(3472) 46-58-24.

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 728x90px main2
Рекламный баннер 240x200px right1
Рекламный баннер 240x200px right2
Рекламный баннер 240x200px right3