Рекламный баннер 990x90px ban1
78.45
91.79
Рекламный баннер 728x90px main1

Бөгөн Озерный ауылында махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Илнар Байегетов иҫтәләгенә бағышланған футбол турниры үтә

Бөгөн Озерный ауылында махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Илнар Байегетов иҫтәләгенә бағышланған футбол  турниры үтә. 

Спорт сараһы яугирҙең әсәһе, тормош иптәше, «Озерный» футбол командаһы капитаны Ильяс Насретдинов, «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе  Айлибану Ҡаһарманова  инициативаһы буйынса ойошторола һәм үткәрелә. 

- Беҙҙең өсөн Илнар Иршат улы һәр ваҡыт батырлыҡ, ҡыйыулыҡ өлгөһө буласаҡ. Хөрмәтле Гөлшат Мөхәррәм ҡыҙы, шундай батыр ул үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Илнар хаҡында яҡты хәтер һәр ваҡыт беҙҙең күңелдәрҙә һаҡланасаҡ. Илнарҙың өлгөһөндә йәштәрҙе тарбиәләйәсәкбеҙ, - тип билдәләне үҙенең сығышында район Советы сәркәтибе Зариф Ғарипов. 

Ярышта Миндәк, Амангилде, Уральск, Ураҙ, Илсе ауыл биләмәләре командалары һәм турнирҙың хужалары –Озерный футбол командаһы ҡатнаша. Илнар Иршат улының хәтеренә хөрмәт күрһәтергә һәм ярышҡа килеүселәрҙе тәбрикләргә район һәм Миндәк ауыл хакимиәттәренән вәкилдәр килде. 

Илнар Иршат улы Байегетов 1997 йылдың 28 июлендә Учалы районы Озерный ауылында тыуған. Озерный  урта мәктәбендә алты синыфты тамамлағандан һуң Екатеринбург ҡалаһындағы Суворов  хәрби училищеһына уҡырға инә һәм уны алтын миҙалға тамамалай. Инеү конкурсы бик ҙур була, әммә Илнар имтихандар барышында бик юғары һөҙөмтәләр күрһәтә һәм ҡабул итеү  комиссияһын  «Урал-батыр»  эпосын яттан белеүе менән һоҡландыра. Уҡыу ваҡытында ул хатта рус теле буйынса Бөтә армия конкурсында еңеп сыға. 

2015 йылдан 2020 йылға тиклем Рязань ҡалаһындағы армия генералы В.Ф. Маргелов исемендәге гвардия юғары хәрби-десант команда училищеһында белем ала. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ҡара диңгеҙ һәм Көньяҡ хәрби округтарының диңгеҙ пехотаһы айырым гвардия бригадаһы десант-штурм взводы командиры була. 

Илнар бала сағынан спорт һөйә, футбол, еңел ателтика, күп төрлө ярыш төрҙәре менән шөғөлләнгән. Хәрби училищеларҙа белем алған дәүерендә лә спорт уның өсөн хәрби хеҙмәттең бер өлөшө булып ҡалған. 

Илнар Байегетов һәләк булғандан һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов исемендәге ордендар  менән бүләкләнә.

Сегодня  в с.Озерный  проходит турнир по футболу, посвященный памяти гвардии лейтенанта  Ильнара Байзигитова, геройски погибшего в ходе специальной военной операции. Инициаторами и организаторами спортивного мероприятия стали  мама и супруга  Ильнара  Байзигитова, капитан футбольной команды «Озерный» Ильяс Насретдинов, корреспондент газеты «Йэшлек» Айлибану Кагарманова. 

 - Для нас всегда будет примером героизм и мужество Ильнара Иршатовича. Низкий Вам поклон, уважаемая Гульшат Мухаррамовна, за воспитание такого сына, настоящего героя.  Память об Ильнаре всегда будет жива,  потому что ее свято хранят его семья, односельчане,  товарищи по оружию. На примере подвига Ильнара будем воспитывать подрастающее поколение, - отметил в своем выступлении секретарь Совета района Зариф Гарипов. 

В состязаниях принимают участие команды из Миндякского, Амангильдинского, Уральского, Уразовского, Ильчинского сельских поселений и хозяева турнира - ФК с.Озёрный. 

Ильнар Иршатович Байзигитов родился 28 июля 1997 года в с.Озёрный Учалинского района. После окончания шестого  класса Озерной средней школы поступил в Екатеринбургское Суворовское военное училище.  Конкурс был большой, но Ильнар показал отличные результаты и удивил приемную комиссию знанием наизусть башкирского эпоса "Урал-батыр", а  во время учебы она стал даже победителем Всеармейского  конкурса по русскому языку. Училище он окончил с золотой медалью. С 2015 по 2020 год обучался в Рязанском гвардейском высшем воздушно-десантном командном училище имени генерала армии В.Ф. Маргелова. Училище закончил с красным дипломом.  Был командиром десантно-штурмового взвода отдельной гвардейской бригады морской пехоты Черноморского флота Южного военного округа.

 Ильнар с детства любил спорт, активно занимался различными видами – футболом, легкой атлетикой, многоборьем,  хорошо бегал на лыжах.  Во время учебы в военных учебных заведениях он также  развивал свои спортивные навыки, спорт для него был составной частью военной службы.

Ильнар Байзигитов награжден Орденом Мужества и Орденом генерала Шаймуратова посмертно.

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 728x90px main2
Рекламный баннер 240x200px right1
Рекламный баннер 240x200px right2
Рекламный баннер 240x200px right3